Accessibility links

Кайнар хәбәр

Дәүләт Думаһының яңы саҡырылыш депутаттары эшкә әҙерләнә


Яңы саҡырылыш Дәүләт Думаһының тәүге ултырышы декабрь аҙаҡтарында булыр тип көтөлә. Мәғлүм булыуынса, 4 декабрҙәге һайлау һөҙөмтәләре буйынса, Думаға 4 партия үтте, әммә әлегә депутаттарҙың исемлеге билдәле түгел.

"Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан буйынса исемлегендә ғәмәлдәге парламент депутаты Сәлиә Мырҙабаева ла бар. Ул 6-сы саҡырылыштағы депутаттар быға тиклем башланған эштәрҙе дауам итергә, кеше мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса ҡанундарҙы камиллаштырырға тейеш тип белдерә.

Сәлиә Мырҙабаева үҙе Түбәнге палатаның һаулыҡ һаҡлау буйынса комитетында эшләне, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе буйынса байтаҡ ҡанун проекттары әҙерләне.
XS
SM
MD
LG