Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 11:03

Башҡортостан Финляндия менән хеҙмәттәшлек итәсәк


Башҡортостан менән Финляндия араһында артабанғы хеҙмәттәшлек юлдары билдәләнде. Бөгөн Конгресс-холлда сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса башҡорт-финн эшсе төркөмө ағзалары түңәрәк өҫтәл артына йыйылды. Ошонда уҡ Башҡортостан һәм Рәсәй-Финляндия сауҙа-сәнәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Үҙ-ара мөнәсәбәттәр хәҙер урман хужалығы, энергетика өлкәләләрендә лә үҫешәсәк. Скандивания бизнес вәкилдәре ағас эшкәртеү, нефть-химия һәм туризм тармаҡтары менән ҡыҙыҡһына. Документ ошо өлкәләрҙе үҫтереүгә, республикаға инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.

Хелсинки менән мәғариф өлкәһендә лә бәйләнештәр булдырылды. Башҡорт Дәүләт һәм Йенсу университеттары фәнни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.

Сит ил делегацияһы Өфөнөң авиация һәм нефть техник университеттарында булды. Финляндия ҡунаҡтары уҡыу йорттарында тупланған тәжрибә менән танышты, үҙ-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү тураһында һүҙ ҡуйышты.

XS
SM
MD
LG