Accessibility links

Кайнар хәбәр

Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 180 йыл


Яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡ йырсыһы, мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына бөгөн 180 йыл. Уның иҫтәлегенә арнап, республикала был аҙнала Аҡмулла көндәре үтә.

"Башҡортостан – дуҫлыҡ бишеге" тип аталған фольклор байрамы төп сара булараҡ 16 декабрь Өфө ҡалаһында уҙғарылһа, Аҡмулла нәсихәттәре тигән республика кимәлендәге байрам 17 декабрь Миәкә районында барасаҡ.

Мифтахетдин Аҡмулла бөтә төрки донъяһында ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры булып танылды. Уның ижадында бер яҡтан көнсығыш поэзияһының иң яҡшы традициялары сағылһа, икенсенән – Аҡмулла шиғырҙары мәғрифселектең өр-яңы идеялары һәм рухы менән һуғарылды – тап Аҡмулла башҡорт, татар, ҡаҙаҡ әҙәбиәттәре үҫешенә өр-яңы йүнәлеш бирҙе.
XS
SM
MD
LG