Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 18:48

2011 йыл Башҡортостан халҡына нимә менән иҫтә ҡалды һуң?


Праймериз

Тауыш биреүҙең ят төрө быйыл Рәсәйҙә тәү тапҡыр ҡулланылды. Алдан тауыш биреүҙәр “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән бөтә Рәсәй халыҡ фронтынан дәғүәселәр араһында ойошторолдо. Исемлектә барыһы 123 кеше, сәйәси көрәш 17 майҙанда барҙы. Тауыш биреү хоҡуғы иһә 6 меңдән ашыу кешегә бирелде. Дәғүәселәрҙең программаһы төрлө өлкәләргә ҡағылды. Ә бына һайлаусыларҙың теләге бер, һүҙ ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалмаһын, киләсәктә ғәмәлгә ашырылып, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға булышлыҡ итһен. Дәүләт Думаһына Һайлауҙа ҡатнашҡан 7 сәйәси фирҡәнең Башҡортостан бүлексәләренән Дәүләт Думаһына 92 кандидат дәғүә итте. Һөҙөмтәлә республиканан 7% кәртәне ике партия ғына үтә алды. Рәсми йомғаҡ политологтарҙың яҡынса фараздарына тап килде. Һайлаусыларҙың 70,5% тауышын йыйып, беренсе баҫҡысты , “Берҙәм Рәсәй” биләне. Артабан 15,6% менән коммунистар килә. “Ғәҙел Рәсәй” 5,4%, ЛДПР 5,2%, йыйһа, “Яблоко”, “Рәсәй патриоттары” һәм “Хаҡ эш” фирҡәләренә тауыш биреүселәр 1,2% проценттан да артманы. Сәйәси фирҡәләрҙең күбеһе һайлау йомғаҡтарынан ҡәнәғәт.

Домком проекты

2011 йылда “Домком” Башҡортостанда пилот проекты булараҡ ғәмәлгә ашырыла башланы. Республика президенты Рөстәм Хәмитов йорт комитеттарын урында йәшәүселәрҙең үҙҙәре төҙөү тәҡдиме индергәйне. Йорт комитеты рәйестәренең хоҡуҡтары торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү йәһәтенән закон нигеҙендә нығытылды. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостанда торлаҡ-комуналь хужалығы өлкәһендә хәл ителмәгән проблемалар етерлек. Миңә килгән ялыуҙарҙың һәр икенсеһе тармаҡтың етешһеҙлектәренә ҡағыла, тип билдәләне президент. Йорт комитеттары рәйестәрен йортта йәшәүселәр үҙҙәре һайланы. Домкомдар власть органдары, идара итеүсе компаниялар менән туранан-тура эшләү мөмкинлеген алды. Домком пилот проекты уңышлы тип табылһа, уны федераль кимәлдә индереүҙәре ихтимал. Йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, йорт комитеттары көтөлгән һөҙөмтәне бирҙе, тип әйтергә мөмкин.

Медведев килүе

Дмитрий Медведев Рәсәй президенты итеп тәғәйенләнгәндән һуң былтыр тәүге тапҡыр Башҡортостанға килде. Февралдә Өфөлә Дәүләт советы президиумының күсмә ултырышы үтте, ул милләт-ара татыулыҡты нығытыуға арналды. Дмитрий Медведев ултырышта ил халҡы өсөн “рәсәйле” тигән бер милләт индереү тәҡдимен дә еткерҙе. Өфөлә Дмитрий Медведев Көньяҡ Урал халыҡтарының мәҙәни ҡомартҡыларын сағылдырған археология һәм этнография музейында, беренсе Йәмиғ мәсетендә, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында булды. Милләт-ара татыулыҡты нығытыу, тыныслыҡ темаһы Дмитрий Медведевтың Башҡортостанға икенсе тапҡыр килеүендә лә күтәрелде.

Әсәләр форумы

2011 йыл Башҡортостанда үткән 5-се Бөтә Рәсәй әсәләр форумы менән иҫтәлекле. Сарала Рәсәйҙең 44 төбәгенән һәм Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан 500-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Форумда әсәләр декрет ялын хеҙмәт стажына индереү ваҡытын оҙайтыу, сабыйҙарға пособие түләүҙе йәш ярымдан 3 йәшкә тиклем арттырыу кеүек һорауҙар хаҡында фекер алышты. Быйылдан Башҡортостанда ташлама менән теш ҡуйҙыртыусылар һаны ла артасаҡ. Республика хөкүмәте ҡарары нигеҙендә 2012-2014 йылдарҙа биш һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе гүзәл заттар льгота менән теш ҡуйҙыртасаҡ. Сертификат күләме 7 мең ярым һум. Яңы закон республика биләмәһендә йәшәгән һәм пенсияһына өҫтәмә социаль түләү алған өлкән быуын вәкилдәренә лә ҡағыла, ти Ғаилә һәм балаларҙы социаль яҡлау бүлеге етәксеһе Татьяна Глухова.

Социаль туризм

2011 йыл Республикала социаль туризм менән дә иҫтә ҡаласаҡ Быйыл 300-ләгән кеше сит илгә, 500-ө Рәсәй ҡалалары буйлап сәйәхәткә сыҡҡан, ҡалғандары Башҡортостанда ял итеүгә өҫтөнлөк биргән. Хаҡлы ялдағыларҙың иң күбеһе “Йоматау” шифаханаһын үҙ иткән. Социаль туризм буйынса пилот проекты тотош илдә ҡыҙыҡһыныу уятты. Декабрҙә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән белгестәр Башҡортостанға, тәжрибә уртаҡлашырға йыйылды. Социаль туризм программаһы бар ғүмерен тыуған республикаһына хеҙмәт итеүгә арнаған өлкән быуын кешеләренә донъя гиҙеү мөмкинлеге асты. Киләсәктә программаны финанслау күләмен ике тапҡырға арттырып, 70 миллион һумға еткереү күҙаллана. Киләһе йылдарҙа республикала балалар социаль туризмын да үҫтереү ҡарала.

Иглин шартлауы

Ветеран Хәйри Сираев 26 майҙы үҙенең 3-сө тыуған көнө тип иҫәпләй. Фронттан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан яугир Иглинда Урман ауылында 99-сы хәрби арсеналдағы шартлауҙы һаман да тетрәнеп иҫкә ала. 99-сы хәрби арсеналда сыҡҡан янғын, Урман ауылын көл- күмергә әйләндерҙе. Мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто юҡҡа сыҡты. Урындағы халыҡтың йорт-ҡаралтыһы емерелде. Әле шартлауҙан зыян күреүселәрҙең барыһы ла тиерлек торлаҡ менән тәьмин ителгән. Республика ауылдағы күп һанлы шәхси йорттарҙы төҙөкләндереүгә көс һалды. Беренсе сентябргә Урманда яңы белем усағы сафҡа инде.

Мәҙәниәт өлкәһе

Мәҙәниәт өлкәһендә Мәскәүҙә үткән “Беҙ Башҡортостандан” концерты йылдың иң сағыу проекттарының береһе булды. Тыуған йыр-моңға һыуһаған яҡташтарыбыҙ һәр сығышты көслө алҡыштарға күмде.

Волга буйы округының сәнғәт оҫталары фестивале. 14 төбәк араһынан яҡташтарыбыҙҙың сығышы иң сағыу тип табылды. Бер-нисә йыл рәттән республиканың төрлө төбәгендә уҙғарылып килгән “Берҙәмлек” фестивале быйыл да үҙенең бай программаһы, күркәм сығыштары менән арбаны.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 18 октябрь Италия йондоҙо Риккардо Фольи сығыш яһаны.

Спорт өлкәһе

2011 йыл спорт өлкәһендә лә иҫтәлекле. “Салауат Юлаев” командаһы Гагарин кубогын яуланы.

Шотландияла үткән йәйге халыҡ-ара балалар спорт уйындарында Башҡортостан үҫмерҙәре 11 миҙал менән бүләкләнде.

Тамара Танһыҡҡужина тағы бер тапҡыр үҙен донъяла иң оҫта спортсы булараҡ танытты. Ул Украинала уҙған шашка буйынса донъя чемпионатында еңеүсе булды.

Белорет ҡыҙы Лилиә Шобухова Чикаго марафонында еңеүгә иреште. Америкала үткән ярышта яҡташыбыҙ 40 километрҙан ашыу араны 2 сәғәт 18 минут 20 секундта үтте.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG