Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 01:00

Әсәҙуллин Путин фронтының Башҡортостан координаторы итеп тәғәйенләнде


Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан буйынса координаторы итеп Раил Әсәҙуллин тәғәйенләнде. Ул Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең төбәк сәйәси шураһы сәркәтибе урынбаҫары. Быға тиклем берҙәм халыҡ фронтының төбәк төркөмө менән Александр Дегтярев етәкселек итә ине. Әммә ул Дума депутаты булып Мәскәүгә китте. Раил Әсәҙуллинға Александр Дегтяревтың тағы бер вазифаһы күсте. Ул шулай уҡ Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе менән дә етәкселек итә.

XS
SM
MD
LG