Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 19:47

Өфөлә Нәсихәт ислам реабилитация үҙәге эш башланы


Өфөләге Нәсихәт ислам реабилитация үҙәге ҡайтанан эш башланы. Юлдан яҙғандарға наркотик һәм алкоголдән арыныу буйынса ярҙам үҙәге 2009 йылда асылғайны. Әммә уҙған көҙ финанстарға бәйле ябылды. Хәҙер йәнә асылды. Нәсихәт үҙәгендә эш башлағандан алып 150 кеше дауаланып дөрөҫ юлға баҫҡан.

Наркомандар бер йыл, эскелек ҡорбандары ярты йыл реабилитация үтә унда. Үҙәккә Башҡортостан район- ҡалаларынан тыш Татарстан, Удмурт, Сыуаш, Силәбе, Һамар һәм башҡа тарафтарҙан да киләләр.

Реабилитация үҙәгендә баҫым башлыса дингә яһала. Сөнки мосолмандарға эсеү, наркотик ҡулланыу тыйыла. Тағы бер мәл- Нәсихәткә медицина дауалауы курсы үткәндәрҙе генә ҡабул итәләр.

XS
SM
MD
LG