Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 04:18

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы тәүге ултырышы үтте


Башта парламент спикеры Константин Толкачев 2011 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны. Уның әйтеүенсә, депутаттар корпусы уҙған йылда емешле эшләгән, алдарындағы барлыҡ йөкләмәләрҙе үтәгән. Дөйөм алғанда, Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай 2011 йылда 13 пленар ултырыш уҙғарған, уларҙа 160-лап ҡанун проекты ҡаралып, 134-е ҡабул ителгән.

Артабан депутаттар яҙғы сессияның көн тәртибенә сығарылған закон проекттарын ҡарауға күсте. Улар араһында ҡала һәм ауылдар биләмәләрендә автомобилдәр ҡуйыу урындарына ҡағылышлы документ та булды. Уның төп маҡсаты – урамдарҙы һәм юлдарҙы тәртипкә килтереү. Закон боҙоусыларҙы ҙур штрафтар көтә.

Парламент ултырышында Дәүләт унитар ширҡәттәренең статусын үҙгәртеү, уларҙы Асыҡ акционерҙар йәки яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр итеп үҙгәртеүгә бәйле мәсьәлә лә тикшерелде. Федераль ҡанун буйынса, асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең устав капиталы 100 мең һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Ә ошо сумманан аҙыраҡ капиталы булған дәүләт унитар ширҡәттәре бөтөрөлөргә тейеш. Был иһә дәүләт мөлкәте менән идаралыҡ ептәрен юҡҡа сығара. Шуға күрә, устав капиталы аҙыраҡ булған дәүләт унитар ширҡәттәре статусын Ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртеү дөрөҫ тигән фекерҙә белгестәр. Ҡанун проекты тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде.

XS
SM
MD
LG