Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 16:45

26 февралдә Өфөлә Ғәҙел һайлау өсөн хәрәкәте һауаға 418 аҡ шар осорасаҡ


Өфөлә Иң намыҫлы күҙәтеүсе хәрәкәте эш башланы. Уның сиктәрендә баш ҡалала Ғәҙел һайлау өсөн тип исемләнгән автосәйәхәт үтте. Сарала электрон янсыҡ адресы күрһәтелгән транспоранттар ҙа ҡулланыла. Был көтөлмәгән һөҙөмтәләргә килтерә. Икенсе көнөнә үк иҫәпкә үҙҙәренең исемдәрен атамаған һигеҙ кешенән 15 мең, йәғни дөйөм алғанда 120 мең һум аҡса күсерелә. Сараны ойоштороусыларҙың береһе, хоҡуҡ һаҡлаусы Эдвард Мурзин әйтеүенсә, аҡсалар тауыш биреү ваҡытында ғәҙел күҙәтеүселәрҙе йәлеп итеүгә тотоноласаҡ.

Эдвард Мурзин 26 февралдә Өфөлә тағы ла бер акция үтәсәген хәбәр итте. Был көндө Ғәҙел һайлау өсөн хәрәкәте һауаға 418 аҡ шар осорасаҡ. Өфөлә тап 418 һайлау участкаһы бар.

XS
SM
MD
LG