Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанға ЮНЕСКО делегацияһы килде


Башҡортостанға Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы делегацияһы килде. Улар ике көн дауамында республиканың юғары уҡыу йорттары, иҫтәлекле һәм тарихи урындары менән танышты, археология һәм этнография музейындағы экспонаттарҙы ҡараны. ЮНЕСКО вәкилдәре Башҡорт дәүләт университетында халыҡ-ара ойошманың Рәсәй координация шураһы ултырышын да уҙғарҙы.

Башҡорт дәүләт университетында ЮНЕСКО кафедраһы 2003 йылдан эшләй. Быға тиклем унда вице-премьер Зөһрә Рәхмәтуллина кафедра мөдире булды, хәҙер был маҡтаулы вазифа БГУ ректоры Әхәт Мостафинға тапшырылды. Өфөлә үткән ултырышта шулай уҡ ил буйынса 8 уҡыу йортоноң заявкаһы ҡаралды, улар араһында Башҡортостан Социаль технологиялар институты ла бар.

Ултырышта шулай уҡ Башҡортостандағы тарихи һәм иҫтәлекле урындарҙы ЮНЕСКО-ның рухи ҡомартҡылары исемлегенә индереү темаһы ла ҡаралды. Улар араһында Шүлгәнташ мәмерйәһе, Урал эпосы, Ҡурай һәм Һабантуй байрамы бар.
XS
SM
MD
LG