Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 11:23

Депутаттар коррупцияға ҡаршы көрәш юлдарын эҙләй


Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһы

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһы

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа парламент тыңлауҙары үтте. Депутаттар хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләләрен тикшерҙе.

Башҡортостанда ошо тәңгәлдәге ҡанундарҙы ғәмәлгә ашырыу, ришүәтселек, таныш-белешлекте файҙаланыу кеүек кире күренештәрҙе бөтөрөү өсөн ниндәй саралар күреү мөһим - ошо темалар күтәрелде.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, парламенттың Дәүләт ҡоролошо буйынса комитет рәйесе Зөфәр Сафин, «Беҙ күп итеп, матур итеп һөйләргә өйрәндек, һүҙҙән эшкә күсергә ваҡыт», тине. Коррупцияға ҡаршы яңынан-яңы ҡанундар һәм ҡағиҙәләр ҡабул итергә мөмкин, уларҙы ғәмәлгә ашырыу аҡһай, тигән фекерҙә Зөфәр Сафин.

Парламент депутатының был фекерен экс-депутат, хәҙер үҙен кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эксперт тип йөрөткән Эдвард Мурзин да ҡеүәтләй.

XS
SM
MD
LG