Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда тағы бер бала һыуға батып үлде


Бер аҙна элек Илеш районында 6 йәшлек бала тауҙан шыуғанда ҙур булмаған Мәнәүез йылғаһына киткәйне. Был юлы фажиғә Шишмә районында була. 12 йәшлек малай юғала. Уның кәүҙәһен икенсе көнөнә Балашлы тип йөрөтөлгән йылғала табалар. Урындағы халыҡ 3 метр киңлектәге йылға аша күперҙән түгел, бер таҡта яҫылығындағы баҫманан сығып йөрөй. Малай ошо таҡтанан һыуға ҡолап тонсоҡҡан тигән фараз бирә ҡотҡарыусылар.
XS
SM
MD
LG