Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 22:54

Альфа-Банк инвестициялар күләмен 14 миллиард һумға еткерергә ниәтләй


Был турала банк шураһы рәесе урынбаѕары Олег Сысуев Республика президенты менән осрашыуҙа белдерҙе. Альфа банктың Башҡортостандағы үҙаллы банкы филиал итеп үҙгәртелгән. Олег Сысуев әйтеүенсә, бына шундай юл менән Башҡортостанға инвестициялар бүлеү ҙә артасаҡ. Республика финанстар министрлығында Олег Сысуевтың белдереүҙәренә аңлатма бирмәнеләр, ҡаҙна үтәлешенә бәйле мәғлүмәттәрҙе генә иғлан иттеләр. 1-се сентябргә Башҡортостанда ҡаҙнаға 140 миллиард 638 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған. Шуның 97 миллиарды федераль бюджетҡа күсерелгән 43 миллиарды Башҡортостанда ҡалған. Республикала сығымдар 34 миллиард һумдан ашып киткән.

XS
SM
MD
LG