Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 00:54

Башкортстан киностудияһы яйлап аякка баса


Мәгълүм ки, Советтар берлеге йылдарында Башкортостандың үз кино сәнгате юк дәрәжәһендә ине. Республиканың үз кино сәнгатенә тәүге нигеззәр бынан 17 йыл самаһы элек һалынды. Тап бына 1990 нсы йылда Башкортостандың Югары Шураһы фарманы менән ойошторолдо ул. Шуга күрә лә Башкортостан киностудияһын республиканың шул сакта үзаллылыкка омтолош емеше, тип тә әйтеү газәте бар.

Ул сакта бөтә нәмәне буш урында тиерлек башларга тура килде. Башкортостан дәүләт киностудияһын эшләтеп ебәреүзе иң тәүзә республика дәүләт телевидениеһында хезмәт итеүсе күренекле режиссерзар Әмир Әбдразаков, Рәис Исмәгыйлевлар, шулай ук телевидениеның тәжрибәле операторзары үз өстөнә алды.



Әлбиттә, ул сакта Башкортостан киностудияһының бинаһы ла юк ине. Уга башта Өфө үзәгендәге бушап калган бер ширкәттең бинаһын бирзеләр. Әмма, уны шактай төзөкләндергәндән һуң, ни сәбәптәндер, киностудияны шулай ук эшенән туктап калган башка бер ширкәттең бинаһына күсерзеләр. Унда ла киностудия павильондары булдырыу өсөн бик күп төзөкләндереү эштәре башкараһы бар әле.



Нисек кенә булмаһын, Башкортостан кино сәнгате әкренләп булһа ла аякка баса, бында узган 17 йылда бернисә нәфис фильм, унлаган документаль фильм һәм балалар өсөн байтак анимацион фильмдар ижад ителде. Уларзың бернисәһе Русия һәм халыкара күләмдә ойошторолган сәнгать бәйгеләрендә еңеп тә сыкты хатта.

Әлбиттә, бөгөнгө көндә Башкортостан киностудияһы Голливуд студиялары менән дә, хатта Русияның бай тәжрибәһе һәм матди мөмкинлектәре етерлек булган киностудиялары менән дә ярыша алмай һәм был талап та ителмәй. Шулай за күберәк һәм якшырак ижад итергә омтолош бар. Быны “Азатлык” хәбәрсеһе менән әңгәмәлә киностудияны ойоштороусыларзың береһе, күренекле режиссер Әмир Әбдразаков та раслай. Былтыр Әмир әфәнде, Салауат Юлаев хакында киностудияла үзе төшөргән “Һынмас рух” тигән фильмы өсөн, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт бүләгенә лаек булгайны. “Финанс ярзамдар булһа, беззең иҗади көстәрзең уй-хыялдары күп, - ти күренекле режиссер. – Быга тиклем башкарган эштәр үзебеззең көскә ышаныс тыузыра”.

“Беззең киностудияның уңыштары бар. Бер нәфис фильм төп бүләкте алды. Шунан һуң бер мультфильм да иң югары бүләкте алды халыкара бәйгелә, - ти Әмир агай Әбдрәзәков. – Яңы фильмдарыбыз теүәлләнеп бөтөп килә. Техника ла арта. Бөгөнгө көндә өс видеокамерабыз бар. Улар менә әллә күпме эштәр аткарып, теләгән әйберзе төшөрөп була. Кадрзар, иҗади көстәр етерлек. Уларзы тагы ла арттырып була, әммә әле ундай зур база юк. Хөкүмәтебез ярзам итеп тора. Ләкин бына меценаттар, спонсорзар бик күренмәй. Шулай за эштәр бара.

Үзегеззең ниндәй пландар бар Әмир агай?

- Мин әле бына яңы гына бер кинофильмдың сценариен язып бөттөм. Ул мәктәптәр тормошо, укыусылар тормошо хакында. Балаларзың тәртипһезлектәре тураһында асынып язылган тема ул.

Башкортостан дәүләт киностудияһын ойоштороусыларзың береһе, күренекле режиссер Әмир Әбдразаков әйтеүенсә, милли киностудия аякка баса. Яңы фильмдарга Марат Бәшәров кеүек талантлы актерлар төп рольдәрзе уйнауга сакырыла. Был да бик мөһим. Гомумән, Башкортостан кино сәнгатенең алдагы көнө өмөтлөрәк булыр, иншалла.











Фәнис Фәтхи, Уфа



XS
SM
MD
LG