Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 15:08

Белоретта юғалған аттарҙы кем урлаған террорсылармы, башҡалармы?


Сентябрҙә Ырымбурҙа тотолған террорсылар менеп йөрөгән аттарын Белорет районы урмандарында урлаған булған. Террорсыларҙы тотҡандан һуң байтаҡ ваҡыт үткәс, яңыраҡ Белорет районы Зөйәк ауылынан бер хужа Ырымбурға барып үҙенең атын алып ҡайтҡан. Йылҡымды мал иткәнсе нисә тоҡ һоло китерен белмәйем, алып ҡайтыуы ла бер ат хаҡына төштө тигән ул.

Быйыл йәй Белоретта аттар күпләп юғалды. Мәҫәлән, Зөйәктең күршеһе булған Fәбдөктә әле һаман 10 оло бейә, бер-нисә айғыр тай һәм 7-8 ҡолон табылмаған. Кескәй ауыл өсөн шәптән бер өйөр тигән һүҙ был. Ауыл халҡы аттарҙы ошо кешеләр ҡыуып алып китмәнеме икән, йәки йәй буйына һуйып ашап бөтмәнеме икән тип тә шикләнә. Сөнки айыу-бүре тамаҡлаһа, емтектәре табылыр ине. Былай эҙҙәре лә үҙҙәре лә юҡ.

XS
SM
MD
LG