Accessibility links

Кайнар хәбәр

Спортлы Башҡортостанда спорт быуыла йәки бәхил бул «Содовик».


Спортлы Башҡортостанда спорт быуыла. Стәрлетамаҡтағы Содовик клубы- командаһы, балалар футбол мәктәбе, йәғни барлыҡ эштәре тулыһынса ябыла. Башҡортостанға профессиональ футбол клубы кәрәкмәй булып сыҡты. Финанслау тулыһынса туҡтатылғас, клуб тарҡатыла. Содовикты ябыу хаҡында президент былтыр уҡ Фарман биргән булған.

Икенсе лиганан беренсегә күитәрелеп тәүге миҙгелдә үк уның 5-се баҫҡысына күтәрелгән Содовикты бер-ике йылдан бәлки премьер-лигаға сығыр тип тә өмөтләнгәйнеләр. Әммә миҙгел башында аҡсаһыҙ ҡалған клуб йәнә икенсе лигаға төштө, ул ғына ла түгел, бөтөнләй йәшәүҙән туҡтаны. Сөнки республикала аҡсаны спорттың башҡа төрҙәренә лә күпләп тәләф итәләр. Яһалма яһалған 450 йыллыҡты байрам иткәндә Салауат Юлаев хоккей клубына бер ниндәй сығымдарға ҡарамай алтын миҙал яулау бурысы ҡуйылған. Барлыҡ аҡса шунда китеп тора.

Олигархтар йыйынтығы исемен алған команда хоккейсыларҙы хаҡына ҡарамай күмәртәләп һатып алды. Ул ғына етмәгән, яңыраҡ Чехия йыйылма командаһы ҡапҡасыһы Милан Глиничканы ла Каръяла кубогынан һуң өйөнә лә ҡайтармай, Өфөгә алып килделәр. Миҙгел аҙағына тиклем ул Салауат Юлаев составында 2 миллион доллар эшләйәсәк, уның элекке клубына ғәфү аҡсаһы түләнгән. Бынан тыш сит ил ҡапҡасыһы уйнаған өсөн Рәсәй хоккей федерацияһына 9 миллион һум һалым бирҙеләр. Милан Гниличка Салауат Юлаев өсөн ике уйында ғына ҡапҡа һаҡланы.

XS
SM
MD
LG