Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 19:10

220 миллиард һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған


Башҡортостанда Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының төп маҡсаты-эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү юлдарын билдәләү, етештереү ҡеүттәрен үҫтереүҙә ярҙам күрһәтеү. Ошондай девиз аҫтында үткән форум бик күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Унда Швейцария, Финляндия, Төркиә, Šаҙағстан, Šырғыҙстан, Беларусь илдәренән һәм Рәсәйҙең 14 төбәгенән эшҡыуарҙар ойошмалары ҡатнашты. Аҙналыҡ барышында ике меңгә яҡын эшҡыуар төрлө тармаҡтар буйынса фекер алышты. Килешеүҙәр буйынса республикаға йәлеп ителәсәк тиҫтәләгән миллиард һум аҡса төҙөлөш тармағына йүнәлтелер, тип көтөлә. Киләсәктә йылына 11 миллион квадрат майҙанда торлаҡ йорттар төҙөү ҡарала. Шулай уҡ башҡа тармаҡтарҙы үҫтереү буйынса махсус программалар әҙерләнәсәк.

Июнь айындағы дауылдан зыян күргән урмандарҙы таҙартыу эштәре ҡыш етеү менән дә тамамланмай. Дүртөйлөлә йығылған ағастарҙың өстән бер өлөшө таҙартылған. Йәш үҫентеләр ултыртыу өсөн дә майҙан әҙерләнә. Дүртөйлө урман хужалығы етәксеһе Рим Шәрипов әйтеүенсә, тәбиғәт ҡазаһынан файҙаланып аҡса эшләп ҡалырға теләүселәр ҙә юҡ түгел. Ошо көндәрҙә урмандан 78 төп ҡарағай алып сығырға маташыусы тотолған.

Тәбиғәт ҡурсаулығында мышылар атып йөрөгән браконьерҙар ҡулға алынған

Был хаҡта тәбиғәт менән файҙаланыу, урман ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Дәүләт ҡурсаулығының дөйөм майҙаны 20 мең ярым гектарҙан ашыу. Көслө һаҡҡа ҡарамаҫтан йыл һайын бында браконьерҙар мышы һәм ҡабандарҙы ата. Тейешле органдарҙың үҙ-ара хәбәр итеп оператив эшләүе арҡаһында браконьерҙар был юлы ла яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Тыйылған йәнлекте атыу тураһында дәлилдәр бар. Енәйәт эше асылған. Тикшереү бара.

XS
SM
MD
LG