Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 18:28

Тауыш бир һәм… байрам ит


Һайлау участкалары ғәҙәттәгесә, 8 сәғәттә асылып 20 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Мөһим сәйәси сараһа бәйле рәсми мәғлүмәттәр ике аҙна эсендә -17 декабргә тиклем иғлан ителергә һәм 22 декабргә тиклем матбуғатта баҫылырға тейеш. Әле участка һайлау комиссияларында һуңғы әҙерлек эштәре бара. 2 декабрь үҙ участкаларында гражданлыҡ бурысын үтәй алмағандар алдан тауыш биреү өсөн таныҡлыҡтар ала. Башҡортостанда әле ошондай 20 меңдән ашыу танытма өләшелгән. Тауыш бир һәм бүләк ал. Республиканың сауҙа ассоциацияһы ағзалары, Рәсәй Дәүләт Думаһы һайлауҙарына теләктәшлек күрһәтеп, 2 декабрҙә ошондай исем менән үҙенсәлекле акция уҙғара. Был турала ассоциация рәйесе Илдар Fәрифуллин "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында белдерҙе. Акцияла ҡатнашыу өсөн һайлаусыларға 2 декабрҙә һайлау участкаларына килеп тауыш бирергә һәм ошонда ук Башҡортостандың сауҙа ассоциацияһы исенән рәхмәт хаты алырға кәрәк. Артабан инде рәхмәт хатындағы купонды акцияла ҡатнашыусы сауҙа ойошмалары һәм комплекстарҙа бүләктәр йә иһә ташламалар һайлау өсөн ҡулланырға мөмкин. Акция ни бары бер генә көн – 2 декабрьҙә генә үтә. Матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, социаль яуаплылыҡ–хәҙерге заман эшҡыуарлығының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Үҙенсәлекле акция аша ассоциация ағзалары ил киләсәге өсөн яуаплылығын белдерә, һайлаусыларҙы ла йылдың мөһим сәйәси ваҡиғаһына битараф ҡалмаҫҡа саҡыра. Купонлы рәхмәт хаттарын сауҙа ассоциацияһы республикалағы һайлаусылар һаны буйынса әҙерләгән. Ойоштороусылар акцияла республиканың барлыҡ район-ҡалалары ла ҡушылыр, тип ышана. Акцияла 250-гә яҡын эшҡыуар ҡатнашыу теләге белдергән. Улар араһында республика буйынса 100-гә яҡын сауҙа нөктәләренә эйә предприятелар ҙа бар. "Башҡортостан" сауҙа үҙәге лә саран ситтә ҡалмай.

Был акцияны күптәр һайлаусыларҙы һатып алыу тип баһалап та өлгөрҙө. Тик әлегә һайлауҙар өсөн туранан-тура яуаплы, ошо туралағы ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеүсе органдарҙың был акцияға ҡарата фекере билдәһеҙ. Акцияны ойоштороусылар иһә беҙ һайлауҙарҙы байрам эшләргә теләйбеҙ, тип белдергәндәр.

XS
SM
MD
LG