Accessibility links

Кайнар хәбәр

Халыҡты һайлауҙа ҡатнашырға саҡырыуҙар дауам итә


Дәүләт Йыйылышының сираттағы ултырышынан һуң парламент рәйесе Константин Толкачев уҙегеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы файҙаланып һайлауҙа ҡатнашығыҙ” тине.

Ғөмүмән, 2-се декабрь алдынан сәйәси фирҡәләрҙең әүҙемлеге арта бара. Рәсми етәкселәрҙән һайлауҙарҙа ҡатнашырға саҡырыуҙар ҙа күп. Быйыл тауыш биреү һанының түбән тамғаһы булмаһа ла, президент курсын яҡлаған Башҡортостанда һайлауҙарҙа ҡатнашыусылар һанын арттырыу бурысы тора. Хәбәр итеүебеҙсә, хатта асарбаҡтар өсөн дә һайлау участкаһы ойошторолдо. Әлеге лә баяғы, халыҡ массаһын арттырыусы студенттарға ла мөһим эштән ситтә ҡалмаҫҡа ныҡлап ҡушылған. Шәмбе көн уҡыу йорттарында дәрестәр буласаҡ. Һәр дәрестә студенттарҙың исемлеге алынасаҡ. Шулай уҡ быйыл Өфө тимер юл вокзалында һәм аэропортта ла участкалар ойошторолдо. Унда һайлау көнө юлда булған юлсылар ватандашлыҡ бурысын үтәйәсәк. Дауаханаларҙа ла һайлау бүлмәләре булдырылды. Мәҫәлән, Республика клиник дауаханаһында 2-се декабрҙә айырым участка эшләйәсәк. Төрлө район-ҡалаларҙан дауаланыусылар ошонда уҡ тауыш бирәсәк. Бөгөнгө көнгә дауаханала 600-ҙән ашыу кеше ята.
Берҙәм Рәсәйҙән һуң рейтингта икенсе торған Ғәҙел Рәсәй башлығы Сергей Миронов бөгөн Өфөгә килде. Ул фирҡәнең урындағы сәйәси активы менән осрашты. Ғәҙел Рәсәйҙең төбәк төркөмөндә 11 кандидат бар. Уларҙы Александр Сидякин етәкләй. Республика парламенты депутаттары Харис Шаһиев, Рафаэль Мәрҙәншин һәм Ғәфүр Ишмөхәмәтов та Ғәҙел Рәсәй составында.
XS
SM
MD
LG