Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 08:50

Мортаза Рәхимов НТВ-ны еңде


Мәхкәмә ҡарарына ярашлы уның ҡанун буйынса көскә инеүенән һуң бер ай эсендә НТВ телекомпанияһы Максимум программаһында ошо турала белдерергә тейеш. Әммә яуап тотоусылар мәхкәмә ҡарарына ялыу итергә ниәтләгән. Эшҡыуар Рәмил Бигнов мәҫәлән үҙенең һәм Геннадий Шабаевтың әйткән һүҙҙәрендә бер кемде лә рәнйетерлек фекер булманы, тип бара.
Мәғлүм булыуынса, Мортаза Рәхимов бер йыл самаһы элек НТВ-ны мәхкәмәгә биргәйне. Был каналдың Максимум тапшырыуында Башҡортостандан экс- сенатор Игорь Изместьевты ҡулға алыу хаҡындағы сюжет булғайны. Сюжетта Рәхимовтар ғаиләһе, атап әйткәндә Мортаза Ғөбәйҙулла улының улы Уралдың исеме телгә алынды. Республика президенты фекеренсә, НТВ тапшырыуында ҡатнашыусылар уның намыҫына кер төшөргән. Ваҡиғалар ҡыҫҡаса әйтеп биргәндә ошолайыраҡ булған. Республика президентының матбуғат сәркәтибе Ростислав Мырҙағолов был НТВ каналының түгел, ә айырым бер кешенең хатаһы, тип белдергән. Был турала Регнум агентлығы хәбәр итә. Уның әйтеүенсә, Максимум тапшырыуында күрһәтелгәндәр ысынбарлыҡҡа тура килмәгән.

XS
SM
MD
LG