Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 00:59

Туймазы уҡыу йортондa студенттарҙан аҡса йыйғандар


Туймазы педагогия колледжы уҡыу йорто биләмәләрен төҙөкләндереү эштәрендә ҡатнашмаған студенттарҙан 400-әр һум аҡса йыйған. Улар алдына һайлау ҡуйылған- йәки 40 сәғәт биләмәләрҙе таҙартыу эшендә ҡатнашаһың, йәки 400 һум бирәһең. Контроль-иҫәп палатаһы ултырышында колледж директоры Александр Казаков быны ата-әсәләр йыйылышы ҡарары тип белдерҙе. Палата етәксеһе Петр Бобылев Туймазы педагогия колледжы етәкселегенең был аҙымын хоҡуҡ боҙоу тип баһаланы.

Быйыл колледж бинаһының ҡыйығын ремонтлауға мәғариф министрлығы 4 миллион 300 мең һум аҡса биргән. Колледж директоры эштәрҙе башҡарыу өсөн Туймазы-Траст йәмғиәте менән килешкән. Тик әлегә 350 мең һумлыҡ ҡына, йәғни барлыҡ эштәрҙең ни бары 8 процентын ғына башҡарған.

XS
SM
MD
LG