Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 08:59

Наркокүҙәтеүселәр күп миҡдрҙа наркотиктар таба, табиптар энәгә ултыра


Өфөлә наркоман-табип тотолған.


Республиканың Ҡыуатов исемендәге үҙәк дауаханаһында ультра тауыш менән кешеләрҙе тикшереү бүлегендә эшләгән 40 йәшлек ир кеше үҙе таныуынса былтыр йәйҙән башлап энәгә ултырған. Ул ғаиләһе менән айырылып ауыр хәлдә ҡалғанда, табипҡа килгән бер ҡыҙ менән таныша. Ә гүзәл зат вәкиле иһә уны героин татып ҡарарға өгөтләй. Гиппократ антын биреүсе кеше шулай итеп наркоманға әүерелә. Ул эшенән киткән, яңынан ғаилә ҡороп яңы тормош башлаясаҡмын тип тә әйткән. Хәҙер барлыҡ дауаханаларҙа ла табиптар тикшереләсәк.

Башҡортостанға наркотиктар грамлап түгел, ҙур миҡдарҙа үтеүе һаман туҡтамай. Ошо көндәрҙә Наркотик һәм психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш буйынса федераль хеҙмәт идаралығы тарафынан әйләнештән миллион ике йөҙ илле мең доза героин алынған. Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары биләмәләрендә ике аҙна эсендә Пермь крайында йәшәүсе бер нисә кеше ҡулға алына. Уларҙың машиналарында егерме өс килограмм героин табыла.

Саҡмағош ауылы биләмәләрендә ҡулға алынған наркодилерҙа 4 килограмм ағыулы матдә була. Тағы ла бер гаражда 23 килограмм героин асыҡлана. Наркотиктарҙың Афғанстанда етештереүе лә билдәле.

XS
SM
MD
LG