Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 18:43

450 йыллыҡҡа 450 алйырҙан. Йәки ҡомаҡ йылы алдынан ҡомаҡтарҙа тәжрибә


Өфөгә самолет менән үҙенсәлекле йөк-450 алйырҙан килде.


Был кимереүселәр Иммунопрепарат йәмғиәтендә ҡотороу сиренә ҡаршы вакцина эшләү өсөн тәжрибәләрҙә ҡулланыласаҡ.

Был кескәй йәнлектәр иммунологтар өсөн үтә ҡәҙерле тип баһалана. Айырыуса таҙа шарттарҙа тыуған һәм үҫтерелгән кимереүселәргә кешеләр һулаған һауа ла зарарлы булыуы ихтимал. Алйырҙандар өсөн һауыттар ҙа, хатта бүлмәгә индерелгән ҡағыҙ битенә тиклем махсус таҙартыу үтә. Уларға стериль аҙыҡ һәм стериль һыу ғына бирелә. Махсус рәүештә үҫтерелгән был кимереүселәр 18 йыл дауамында ҡотороу сиренә ҡаршы көрәшергә ярҙам итә.

Тап ошо мәлдә алйырҙандарҙың айырым ағзаларынан эшләнгән вакцина ярҙам итә лә инде. Оҙаҡламай килеп етәсәк ҡомаҡтар йылы алдынан уларҙың һаны ла үҙенсәлекле- 450 йыллыҡ юбилейға 450 алйырҙан тиергә теләгәндәрме. Ҡомаҡ йылы тигәндәй. Өфө кибеттәрендә кимереүселәрҙең яратҡан тип атап йөрөтөлгән ризығы- сыр ҡиммәтләнә. Ике кило ит хаҡынан ҡиммәтерәк булып китте ул. Ситтә түгел, үҙебеҙҙә яһалған сыр хаҡы 300 һумға етте. Хәҙер ҡомаҡ түгел, хәлле кешеләр ризығына әйләнеп бара ул. Торғонлоҡ дәүерендә йәшәп ҡалғандар шул саҡтағы Орбитаны һағынып иҫкә ала.

XS
SM
MD
LG