Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 10:01

Урал аръяғында телемедицина үҙәге асылды


Башҡортостанда республика шураһының күсмә ултырышы үтте. Ул һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арнала һәм барлыҡ райондар һәм ҡалалар башлыҡтарын, баш табиптарҙы Урал аръяғы райондары ҡаҙаныштары менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Республика шураһында Президент Мортаза Рәхимов үҙе ҡатнаша. Әбйәлил, Баймаҡ райондары һәм Сибай ҡалаһында ошо форумға әҙерләнеү сиктәрендә бихисап объекттар ҡалҡып сыҡты. Барлығы 567 миллион һум аҡса бүленгән. Адреслы инвестиция программаһына ярашлы, был райондар тағы ла 988 миллион һум аҡса алған.
Башҡортостанда бөгөн күсмә шурала ҡатнашыусылар алтынсы телемедицина үҙәген асыу шаһиты булды. Ул Сибай ҡала дауаханаһында эшләйәсәк. Телемедицина үҙәктәре 2-се һанлы республика клиник дауаханаһында, балалар клиник дауаханаһында, Башҡорт дәүләт медицина университетында, Стәрлетамаҡ һәм Мораҡта бар. Заманса технология үҙәктән алыҫ ятҡан дауалаханаларҙа ла ла ҡатмарлы операциялар яһау мөмкинлеген бирә. Уның ярҙамында үткәрелгән сеанстың бер сәғәте уртаса мең ярым һум, ә ауырыуҙарҙы Өфөгә йөрөтөү күпкә ҡиммәтерәккә төшә, ти табиптар.

XS
SM
MD
LG