Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 17:32

Газға һәм электр утына хаҡтар арта


Дәүләт Думаһына һайлауҙарға тиклемге фараздар дөрөҫкә сыға. Әле Думаға һайланған депутаттар Мәскәүгә китеп өлгөрмәгән Башҡортостанда газға хаҡтар артыу тураһында хәбәр ителде. Яңы йылдан газға һәм электр утына яңы хаҡтар билдәләнде. Тарифтар буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренән күренеүенсә, киләһе йылдан газ плиталы йорттарҙа йәшәүселәр ҡулланылған энергияның бер киловатт сәғәте өсөн 1 һум 26 тиндән иҫәпләшәсәк. Әле ул 1 һум 11 тин ине. Электр йылытыу ҡоролмалары булған йорттарға был тариф шул уҡ кимәлдә билдәләнгән. Ә бына электр плита менән ҡулланыусылар һәм башҡалар 88 тин түләйәсәк. Улар өсөн электр утының бер киловатт сәғәте 10 тингә артҡан. Яңы хаҡтар 2008-се йылдың 1-се ғинуарынан ғәмәлғә инә.

XS
SM
MD
LG