Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 17:29

Ҡорбанға ике микроавтобус


Мосолман һәм православ меценаттар Ҡорбан байрамы көнөндә Өфөлә мәрхәмәтлелек менән шөғөллөнергә булған. Улар мәсеттәргә барыусыларҙы бушҡа йөрөтәсәк. Мосолман меценаттары клубы етәксеһе Рөстәм Шиһабетдинов әйтеүенсә, ике микроавтобус 10 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем Туҡай һәм Ихлас мәсеттәренә халыҡты бушлай йөрөтәсәк. Бер микроавтобусты ,,Православ меценаттар клубы,, биргән. Башинформ агентлығына биргән әңгәмәһендә Рөстәм Шиһабетдинов беҙ православ меценаттар клубы етәксеһе Сергей Мережко менән дуҫбыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп торабыҙ тигән. Мохтаждар өсөн төшкө аш ойоштороу ҙа ҡарала. Ҡорбан байрамына Башҡортостан мосолмандары диниә назараты ла етди әҙерләнә. “Ихлас” мәсетендә лә мосолмандар өсөн был мөһим сараға ҡорбанға салырға һарыҡтар әҙерләнә. Улар мохтаждарға таратылып биреләсәк.

XS
SM
MD
LG