Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 13:13

Яғыулыҡ-энергетика һөнәри берлеге активтарҙы ҡайтарыуҙы талап итә


Бөгөн Башҡортостандың яғыулыҡ-энергетика комплексының һөнәри берлеге, милекселәр алмашыныуға ризаһыҙлыҡ белдереп, урамдарға кәм тигәндә 15 мең кешене алып сығырға һәм үҙәк урамдарҙы, аныҡлабыраҡ әйткәндә Октябрь проспектын ябырға вәғәҙә иткәйне. Әммә вәғәҙә ителгән митинг булманы. Яғыулыҡ-энергетика профсоюздары быны Бер нисек тә аңлатмай. Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексы ширҡәттәре акцияларының контроль пакеты федераль һалым хеҙмәте ҡарары менән дәүләт ҡарамағына ҡайтарылғайны. Әммә республика был ҡарарға дәғүә белдереп мәхкәмә ҡарарын кире ҡаға. Былтыр ,,Башнефть,, ширҡәте 12 миллион тонна самаһы нефть сығарған. Уның запастары 348 миллион тонна самаһы. Шиҡәттәр йылына 20 миллион тонна нефть эшкәртә ала. Әммә нефть сығарыу күләме йылдан-йыл аҙайыу сәбәпле ширҡәттәр тулы ҡеүәтенә эшләй алмай. Республика президенты Мортаза Рәхимов күп тапҡырҙар Башҡортостандың яғыулыҡ-энергетика ширҡәттәренә һөжүмдәр күп. Уларҙы төрлө юлдар менән тартып алырға ниәтләйҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, ширҡәттәр республика халҡы мәнфәғәтендә эшләй, тип белдергәйне.

XS
SM
MD
LG