Accessibility links

Кайнар хәбәр

Мортаза Рәхимов: Сәйәси курсты көслө кеше дауам итергә тейеш


Республика президенты Мәскәүҙә ,,Берҙәм Рәсәй,, фирҡәһе тарафынан президент вазифаһына Дмитрий Медведевты күрһәтеүгә үҙ ҡарашын белдергән. Мортаза Ғөбәйҙулла улы фекеренсә, Дмитрий Медведевтың ,,Берҙәм Рәсәй,, фирҡәһенең кандидаты итеп һайланыуы тотош ил өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Рәсәй үҫеш осоро кисерә. Быны беҙ Башҡортостан миҫалында ла күрәбеҙ. Сәйәси курсты, һис шикһеҙ, иҡтисади мәсьәләләр, ябай кешене борсоған мәсьәләләр менән яҡшы таныш көслө етәксе дауам итергә тейеш. Дмитрий Медведев Владимир Путин командаһынан булараҡ Рәсәйҙең ғәмәлдәге президенты Владимир Путин башлаған курсты һөҙөмтәле дауам итер тип ышанам, тине Республика президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов.
XS
SM
MD
LG