Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 21:41

Башҡорттарҙың бөтә донъя ҡоролтайы киләһе йыл Өфөлә үтәсәк


Киләһе йыл Өфөлә Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы үтәсәк. Ике көн дауам итәсәк йыйын барышында милли ҡомартҡыларҙы һаҡлау, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары тикшереләсәк.
Ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен тергеҙеү һәм документаль теркәү тураһында ла һүҙ алып барырға ниәтләй.
Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Ҡәҙим Аралбаев шулай тип белдерҙе. Был башҡортттарҙың 3-сө ҡоролтайы буласаҡ. Тәүгеһе 1996-сы, икенсе 2 меңенсе йылда үткәйне.Ҡәҙим Аралбаев әйтеүенсә, әле йыйынға әҙерлек башланған. Секцияларҙың эш маҡсаттары раҫлана, саҡырыу ҡағыҙҙары хәстәрләнә.Өфөлә үткән ултырышта Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы рәйесе лә һайланды. Был вазифаға дөйөм тауыш менән Румил Тәлғәт улы Аҙнабаев билдәләнде. Быға тиклем ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡара ине.
Яңы рәйес һайлау мәсьәләһе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында күптән көтөлгән ваҡиға. Комитеттың элекке рәйесе Әхмәт Сөләймәнов үҙ теләге менән был вазифанан киткәне бирле был вазифала Румил Аҙнабаев эшләне. Ул 1 йыл да 7 ай рәйес вазифаһын башҡарҙы. Ултырышҡа йыйылған комитет ағзалары Румил Аҙнабаевты бер тауыштан ,,Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы,, башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланы. Сығыш яһаусылар фекеренсә, Румил Тәлғәт улының дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрегендә туплаған бай тәжрибәһе, милли рухы, етәкселек итә белеү һыҙаттары ҡоролтай эшендә мотлаҡ ыңғай сағылыш табасаҡ. Яңы рәйес йомғаҡлау докладын 2-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарының үтәлешенән башланы. Әйтергә кәрәк, хәл итәһе мәсьәләләре етәрлек.

XS
SM
MD
LG