Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 01:34

Наркомания менән көрәшәбеҙ


Өфөлә бер миллиард һумлыҡ табышты мейестә яндырғандар. Наркополиция хеҙмәте вәкилдәре юҡ иткән 168 килограммға яҡын героин һәм алтмыш килограмм самаһы әфиүн ҡара баҙарҙа ошондай хаҡҡа баһалана. Наркотиктарҙан биш миллион доза эшләп булыр ине.
Яндырылған ағыулы матдәләр һатыусы, йәки уны таратыусылар ҙа ҡулға алынған. Хөкөм ҡарарына ярашлы, Рәсәй һәм Тажикстандан килгән ун биш кеше оҙайлы ваҡытҡа төрмәләргә оҙатыласаҡ.
Наркоманияға бәйле хәлде Стәрлетамаҡта махсус конференция ойоштороп та тикшерҙеләр. Унда республика полицияһы бик яҡшы эшләй, башҡа төбәктәргә үрнәк алырға миҫалдар күп тиелде. Бында барлыҡ район-ҡалаларҙан хакимиәт вәкилдәре, наркополиция белгестәре, йәштәр менән эшләүсе ойошмалар башлыҡтары йыйылды. Халыҡ таралып бөтмәһен өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәфүр Хәйетҡолов гардеробта эшләүселәргә
конференция тамамланмай тороп кешеләрҙең өҫ кейемдәрен бирмәҫкә
тигән бойороғон да еткерҙе. Шулай ҙа наркомания хаҡында тыңлаусылар әмәлен тапты. Залда эшләгән буфетта ризыҡ-тәғәм артынан көн оҙоно сират бөтмәне. Конференцияға оҫталыҡ дәрестәре биреү өсөн Питер һәм Мәскәүҙән белгестәр ҙә саҡырылғайны.

XS
SM
MD
LG