Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 01:29

Башҡортостанда көҙгө саҡырылыш тамамлана


Өфөнән Ижевскийға быйылғы һуңғы эшелон ошо көндәрҙә ҡуҙғалыр, тип көтөлә. 50-нән ашыу егет Рәсәйҙең социаль төҙөлөш федераль агентлығы бүлексәләрендә хәрби бурысын үтәйәсәк. Генераль штаб наряды буйынса быйыл көҙгә саҡырылышта Республика хәрби комиссариаты 4 мең 600 егетте хәрби хеҙмәткә саҡырырға тейеш ине. Был бурысты республика тулы күләмдә үтәне.

Башҡортостан республикаһы Волга- Урал хәрби округында егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм оҙатыу эше буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. 2007 йылдың яҙғы саҡырылышында республиканан 7 мең 880-дән ашыу егет хәрби хеҙмәткә алынды.

2008-се йылдан армияла хеҙмәт итеү бер йылға ҡаласаҡ. Ошо сәбәпле хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар һаны ла артасаҡ. Киләһе йылда республика 19 меңдән ашыу егетте хәрби хеҙмәткә оҙатыр тип көтөлә. Бының өсөн буласаҡ һалдаттарҙы алдан хәрби хеҙмәткә әҙерләү мөһим. Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса ҡуйылған планды һәр саҡ үтәй. Әммә ҡыйынлыҡтарҙа юҡ түгел, һуңғы йылдарҙа Ҡораллы көстәргә саҡырылыусыларҙың һаулыҡтары борсолоу тыуҙыра.

XS
SM
MD
LG