Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 02:55

«Башкирэнерго» ширҡәте көсәйтелгән режимда эшләй башланы


2008-се йылдың ғинуар айы ҡаты һалҡындар менән башланды. Республика синоптиктары белдереүенсә, ғинуар айы быйыл, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 1-3 градусҡа һалҡыныраҡ. Айҙың беренсе ун көнөндә һауа торошо 16-18, 2-се декадаһында 19-24 һәм өсөнсө 10 көнлөгөдә 12-17 градус һалҡын торасаҡ. Төндәрен ҡайһы бер райондарҙа 32-35 градусҡаса һалҡынайтасаҡ, күпләп ҡар яуыуы, көслө буран сығыуы көтөлмәй. Һалыҡндар сәбәпле «Башкиэнерго» йәмғиәте көсөргәнешле режимда эшләй башланы. Был турала ширҡәт етәксеһе Николай Курапов белдерҙе.

XS
SM
MD
LG