Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 23:30

Яңы йылда ғына Өфөлә 370 кә яҡын юл – транспорт фажиғәһе теркәлгән


Аварияларҙа ике кеше үлгән. Йәрәхәттәр алыусылар ҙа байтаҡ. Иғтибарһыҙлыҡ араҡаһында балалар сәләмәтлегенә лә зыян килә. Баш ҡаланың юл хәрәкәте дәүләт инспекцияһы белгесе Ралина Солтанова әйтеүенсә, каникул осоронда машина аҫтында ҡалған уҡыусылар һаны артҡан.

Бынан тыш, өлкәндәрҙең еңел автомобилдәрен балалар майҙансыҡтарына ҡуйыуы ла бәлә - ҡазаның бер сәбәбе булып тора. Өфөлә машина урлау осраҡтары йышая. Яңы йылдың тәүге көндәрендә генә бурҙар ике машинаны ҡыуып алып киткән. Ралина Солтанова әйтеүенсә, әле оператив төркөм машиналарҙы эҙләү менән шөғөлләнә. Бәләлә автомобиль хужаларының ғәйебе лә бар. Улар транспорт сараһын һаҡлау, махсус сигнализация тураһында ҡайғыртмаған. Ралина Солтанова әйтеүенсә, машиналар баш ҡаланың Калинин һәм Орджоникидзе райондарында юғалған.

XS
SM
MD
LG