Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 13:49

2-се март Башҡортостан халҡы парламент депутаттарын һайлаясаҡ


2-се март Рәсәй халҡы дәүләт башлығын һайлаясаҡ. Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында ла, яңы йыл каникулдарына ҡарамаҫтан, ҡыҙыу эш ваҡыты. Мәғлүм булыуынса 2-се март республика халҡы Рәсәй Президенты менән бер рәттән, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һәм ҡала округтары Советтарына депутаттар ҙа һайлаясаҡ. Әле комиссия документтарҙы тикшереү һәм кандидаттарҙы теркәү өҫтөндә эш алып барыла. Быға тиклем Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы бер мандатлы округтарҙа еңеүсе кандидаттар менән билдәләнһә, быйыл ул тәүге тапҡыр яңы принцип буйынса формалаша. 120 депутаттың 60-шы элеккесә бер мандатлы округтар буйынса һайланасаҡ. Ҡалған 60 урынды күпселек тауыш яулаусы партиялар бүлешәсәк. Был 60 мандат өсөн республикала Берҙәм Рәсәй, коммунистар, либерал демократтар һәм Ғәҙел Рәсәй партияларының төбәк бүлексәләре көрәш алып барасаҡ. Партия исемлектәрендә 525 кеше. Уларҙың барыһы ла республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында теркәү үткән дә инде.

XS
SM
MD
LG