Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 01:14

Башҡортостан һайлауҙарға әҙерләнә


Республика Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар теркәү тамамланған. Барлыҡ округтарҙа ла фирҡәләр исемлеге буйынса Берҙәм Рәсәй, Ғәҙел Рәсәй, коммунистар һәм либерал демократтарҙан кандидаттар бара. Стәрлетамаҡ ҡалаһында урындағы шуралағы 25 урынға 57 кеше дәғүәләшә. Араларында либералдар юҡ. Күпселеге айыуҙар.
Октябрский ҡалаһы шураһына 25 урын өсөн 70 кандидат иҫәп тота. Нефтекама ҡалаһында ла тынғыһыҙ осор. Бында ла 2-се мартта ҡала шураһына һайлауҙар буласаҡ. Ҡала шураһына 25 кеше һайланырға тейеш, әлегә бер урынға уртаса 4 кеше дәғүә итә. Уларҙың 68-е үҙ-үҙен тәҡдим иткән.
Ә Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай һайлауҙарына килгәндә, парламенттың әлеге составындағы 120 депутаттың яртыһы йәнә һайланырға теләй. Кемелер фирҡә исемлеге буйынса, кемеһелер Константин Толкачев кеүек бер мандатлы һайлау округы буйынса.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Барый Кинйәғолов әйтеүенсә, әле комиссия документтарҙы тикшереү һәм кандидаттарҙы теркәү өҫтөндә эшләй. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы быйыл тәүге тапҡыр яңы принцип буйынса формалаша. 120 депутаттың 60-шы элеккесә бер мандатлы округтар буйынса һайланасаҡ. Ҡалған 60 урынды күпселек тауыш яулаусы фирҡәләр бүлешәсәк. Был 60 мандат өсөн республикала алда атап үтлегән 4 фирҡә- Берҙәм Рәсәй, коммунистар, либерал демократтар һәм Ғәҙел Рәсәйҙең төбәк бүлексәләре көрәш алып бара. Фирҡә исемлектәрендә 525 кеше. Уларҙың барыһы ла республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында теркәү үткән. Ошоно иҫәпкә алғанда, бер мандатлы округ буйынса үтеп китеү күпкә еңелерәк булыуы ла ихтимал.

XS
SM
MD
LG