Accessibility links

Кайнар хәбәр

Янабыҙ…31 кеше ошо арҡала һәләк булды


Башҡортостан янғындарҙан арына алмай. Көн һайын күпләп ут сығыуҙары хаҡында хәбәрҙәр ишетелеп тора. Урындағы мәғлүмәт сараларында ла янғын тураһында ғына һөйләнә. Башҡаса мөмкин дә түгел- республика етәкселеге ялдан сыҡмаған әлегә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан янғынға ҡаршы көрәш бүлеге етәксеһе Рәйес Әхмәтов әйтеүенсә, йылдың тәүге 8 көнөндә янғындар һаны 118-гә еткән, 30 кеше ут ҡорбаны булған. Һуңғы тәүлектә йәнә 15 янғын булып бер кеше үлгән. Ауырғазы районы Турымбәт ауылында янған йортто һүндергәс, 47 йәшлек ирҙең кәүҙәһенең ҡалдыҡтары табылған. Яңы йыл байрамдары осоронда Өфөлә баҡса йортонда янып үлеүселәр әтәмбайҙар түгел, 18-20 йәшлек 4 егет менән ике ҡыҙ була. Улар бында яңы йыл үткәреү өсөн йыйыла. Мейестең төҙөк булмауы арҡаһында һәләк булалар. Янғын һүндереүселәр ғәҙәттәгесә ут үҙенең эшен тамамлағас отчет өсөн килеп етә.
XS
SM
MD
LG