Accessibility links

Кайнар хәбәр

Автоматыңды яп та тыныс йоҡла


Уйын автоматтарының эшмәкәрлегенә рәсми рәүештә нөктә ҡуйылды. 1-се ғинуарҙан уйын автоматтары торған учреждениелар ябылырға, ә ошо нигеҙҙә эшмәкәрлеген ҡорған эшҡыуарҙар башҡа йүнәлештә эшләргә тейеш. 1-се ғинуарҙан Башҡортостандың ошоно күҙаллаған ҡануны ла үҙ көсөнә инде. Әле ҡала һәм район хакимиәттәре белгестәре уйын автоматтары урынлашҡан учереждениеларҙа рейдтар үткәрә. Күренеүенсә, йыл башынан күпселек уйын автоматтары эшмәкәрлеген туҡтатырға ашыҡмай. Шул уҡ ваҡытта был учреждениеларға эшмәкәрлекте туҡтатыу тураһында декабрь айында уҡ иҫкәртеү яһалған.
XS
SM
MD
LG