Accessibility links

Кайнар хәбәр

Дәүләт мөлкәтен тәләфләүселәр менән прокуратура шөғөлләнәсәк


Республиканың контроль-иҫәп палатаһы бөгөн Салауат ҡалаһында дәүләт мөлкәтен һәм ер биләмәләрен маҡсатҡа ярашлы ҡулланыуҙы тикшереү йомғаҡтарын иғлан итте. Палата рәйесе Петр Бобылев әйтеүенсә, ҡалала ҡанун боҙоу осраҡтары бик йыш күҙәтелгән. Ҡанун боҙоусыларҙың барыһы ла Өфөлә йәшәй, беҙ уларҙы беләбеҙ, тикшереү йомғаҡтары прокуратураға тапшырыласаҡ тине Петр Бобылев. Шулай итеп, палата яңы йылдағы тәүге ултырышын бына шундай янауҙан башланы. Быға тиклем хакимиәт башлығы булып эшләгән Паршиков әфәнде ғариза яҙып вазифаһынан китеп ҡотолдо. Республика премьер министры уны эшенә яуаплы ҡарамауҙа ғәйепләгәйне. Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында башлыҡтар алмашыныуға ишаралап ҡайһы бер сәхифәләр Республика президенты хакимиәтендә үҙгәрештәр буласағын күҙаллап яҙып сыҡты. Рәсми сығанаҡтар был мәғлүмәттәрҙе раҫламай.
XS
SM
MD
LG