Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 10:56

Республикала авариялар артты


Башҡортостан бына икенсе көн ҡар бураны ҡамауында. Был көндәрҙә торлаҡ коммуналь хужалыҡтар, юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле режимда эшләргә мәжбүр. Өфөлә урамдар ҡар менән тулды. Тейешле хеҙмәттәр уларҙы таҙартып өлгөртә алмай. Ошо сәбәпле авариялар йышайҙы. Ҡар яуыу сәбәпле республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы водителдәрҙе ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡырҙы. Мебель төйәгән йөк машинаһы Һамар-Өфө-Силәбе трассаһының Бүздәк районы аша үткән өлөшөндә тайып китеп күперҙән Ағиҙелгә йығыла. Фажиғә йәкшәмбе көн теркђлә. Бернисә тонналыҡ машина боҙҙо вата һәм һыу төбөнә китә. Водитель һәләк була. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, автофургонды ярға кран ярҙамында һөйрәп сығаралар. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Благовар районындағы идаралығы етәксеһе Рим Ҡотошев әйтеүенсә, авария сәбәптәрен махсус комиссия асыҡлай

XS
SM
MD
LG