Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 19:18

Синоптиктар киләһе айға фараздар яһаны


Башҡортостанда февраль йылы килер, тип көтөлә. Көндәр йылыныу сәбәпле табиптар гриптан һаҡланырға саҡыра. Был тәү сиратта мәктәптәрҙә каникулдар тамамланыуға бәйле. Грипп киҙеүе буйынса хәл әле Башҡортостанда сағыштырмаса тыныс һаҡлана. Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Башҡортостандағы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, грипп менән сирләү осраҡтары әлегә теркәлмәгән. Киҫкен йоғошло ауырыуҙар менән сирләү кимәле лә эпидемия сигенән 30 процентҡа түбәнерәк. Үткән йылдың 11 айында республикала киҫкен респиратор вирус сирҙәре менән 670 меңгә яҡын кеше ауырыған, уларҙың яртыһынан күберәге-балалар. Табиптар гриптан һаҡланыу өсөн халыҡ медицинаһына йышыраҡ мөрәжәғәт итергә кәңәш итә.

XS
SM
MD
LG