Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 14:49

Башҡортостанда яңы төр косметика етештерелә башланы


Ул ,,Тылсымлы бал ҡорто,, маркаһы менән һатыуға сығарыла. Бал нигеҙендә әҙерләнгән шампунь, крем, йыуыныу һәм шулай уҡ һауыт-һаба таҙартыусы гельдәрҙе республика умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгенең махсуслаштырылған сауҙа нөктәләренән һатып алырға мөмкин. ,,Тылсымлы бал ҡорто,, шулай уҡ Ханты-Мансы республикаһы, Төмән өлкәләрендә һатыуға сығарылған, тиҙҙән Рәсәйҙең Матрица, Пятерочка кәштәләрендә лә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Белгестәр әйтеүенсә, хаҡтар уртаса алғанда ҡиммәт түгел. Мәҫәлән, шампундең хаҡы 40-60 һум. Бар тауар сифатлы тәбиғи материалдарҙан етештерелгән. Яңы төр продукция Германияла уҙғарылған ,,Йәшел аҙна,, күргәҙмәһендә лә урын аласаҡ. Әле умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге белгестәре Берлинға юлланды. Донъяға билдәле агросәнәғәт форумы 17-се ғинуарҙа эш башлай.

XS
SM
MD
LG