Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 03:09

Тәүраттың башҡортса тәржемәһе кәрәкме?


Башҡортостанда Библияны башҡорт теленә тәржемә итәләр. Бының өсөн 8 йыл талап ителгән. Башҡортса фаразда Тәүрәттәге исемдәр ҙә үҙгәртелгән. Мәҫәлән, Иисус Ғайса, Моисей- Муса, Иуда Йәһүд тип алынған. Быны йәнәһе лә башҡортса уҡығандарға исемдәрҙе үҙләштереү еңелерәк булһын өсөн шулай тип үҙгәртәкәндәр.
Тәүратты уҙған быуатта ла башҡортсаға тәржемә итеп маташҡандар. Ул саҡта был эш Октябрь түңкәрелешенә бәйле туҡтап ҡалған булған.
Мосолман өсөн библияның тәржемәһе кәрәкме һуң. Ошо һорауға аңлатма һорап Азатлыҡ радиоһы хәбәрсеһе Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, Мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәткә мөрәжәғәт итте. Мөфтөй әйтеүенсә, башҡорттар араһында дини буталыш китеүе мөмкин. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты был башланғысты бөтөнләй хупламай тине Нурмөхәмәт хәҙрәт. Икенсенән һәр дини китап үҙенең шәхсән телендә генә уҡыусыға тулыһынса аңлашыла, тәржемә иткәндә ундағы ҡараштар башҡа төрлө ҡабул ителә.
Тәүратты тәржемәләү менән махсус институт шөғөлләнә. Улар был эште 2014-се йылда тамамларға уйлай. Шул уҡ ваҡытта сиркәү ҙә был аҙымды хупламауын белдергән. Рус православ сиркәүенең Өфө епархияһы был яңылыҡҡа һаҡ ҡына ҡарай. Шулай уҡ Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепискобы Никондың да яҙма фатихаһы юҡ. Ә бындай осраҡта ул кәрәк.

XS
SM
MD
LG