Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 03:20

Машинаһын балалар майҙансығына ҡуйыусылар язаланасаҡ


Башҡортостан депутаттары машиналарын балалар өсөн уйын майҙансыҡтарына ҡуйыусылар, шулай уҡ ҡорос аттарында тротуар буйлап елдерергә яратыусылар менән көрәшә. Республика парламентында был туралағы ҡанун проекты ике уҡыу үткән. Тағы бер уҡыу 3- сөһө 31-се ғинуарҙағы ултырышта буласаҡ. Беренсе булып Сибай ҡалаһы хакимиәте ошо мәсьәләне күтәргән.

Водительдәр менән көрәштә Башҡортостанда эштәр ысынлап та хәтәр тора. Республика гаишниктары декабрь аҙаҡтарында Таҙа тәҙрә операцияһы иғлан иткәйне. Уның барышында автомобиль тәзрәләренећ якты үткәреү кимәле тикшерелә. Кағидә буйынса, быяланы караүғылатыусы пленкалар 75 процент яктылыкты үткәрергә тейеш. Сөнки хоҡуҡ һаҡлаусылар әйтеүенсә, юл фажиғәләренећ џәр етенсеџендә тап караћғы пленка менән капланған тәзрәләр сәбәпсе. Бындай сара былтыр ҙа үткәйне. Ҡайһы бер водительдәр юл ситенә туҡталып быялаларындағы пленкаларҙы һыҙырып таҙартырға мәжбүр булғайны.

XS
SM
MD
LG