Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 01:30

Тун ҡараҡтары тотолған


Мәғлүм булыуынса, бер йыл элек ғинуар айында Өфөлә Моторҙар эшләү ширҡәте мәҙәниәт һарайында ойошторолған тундар күргәҙмәһенән 350 тун сәлдергәйнеләр. Тәфтишселәр тундарҙың дөйөм хаҡын 9 миллион һумға баһалағайны. Тундар күргәҙмә асылыуҙың икенсе көнөнә үк юғалды. Улар менән бергә ҡарауылсы итеп алынған 25 йәшлек ҡатын да юҡҡа сыҡты. Хәҙер килеп милиция хеҙмәткәрҙәре ошо юғалған ҡатынды тотҡан. Уның менән бергә енәйәттә шикләнгән 40 йәшлек ир һәм был ирҙең хәләл ефете лә хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулына эләккән. Был төркөмдән 80 тун тартып алынған. Йөн ҡиммәттәрҙең күбеһен улар Татарстан кибеттәре аша һатып өлгөргән, тип хәбәр итә мәғлүмәт саралары милиция белдереүҙәренә таянып. Был бурлыҡта тәү сиратта күргәҙмәне ойоштороусыларҙың вайымһыҙлығы ғәйепле тип иҫәпләй хоҡуҡ һаҡлаусылар. Улар эшкә алғанда был ҡатындың паспортын да ҡарамаған. Баҡтиһәң ул башҡа кешенең шәхеснамәһен файҙаланып ҡарауылсы булып эшкә урынлашҡан булған.

XS
SM
MD
LG