Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 20:45

Милиция хеҙмәткәрҙәре Мәскәү-Силәбе юлында автомобиль хужалырына һөжүм итеүҙә ғәйепләнә.


Ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш идаралығы Рәсәй прокуратураһы ҡарамағындағы тикшереү идаралығы менән берлектә ауыр енәйәт ҡылыуҙа шикләп Башҡортостандан Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһының ике хеҙмәткәрен ҡулға алды. 26-33 йәшлек милиция хеҙмәткәрҙәре Мәскәү-Силәбе юлында автомобиль хужалырына һөжүм итеүҙә ғәйепләнә. Һәр хәлдә уларҙың енәйәтсел эшмәкәрлегенең бер эпизоды раҫланған. Былтыр көҙ милиция хеҙмәткәрҙәре Алман ватандашына һөжүм итә, унан 700 евро һәм 20 мең һум аҡса урлай. Ул ғына түгел, Мерседес-Бенц машинаһын да һалдырып ала. Енәйәт эше ҡуҙғатылғас, шикләнеүселәрҙең гаражында урланған машина табыла.

XS
SM
MD
LG