Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республика президенты Карин Ван Моурик менән осрашты


Республика президенты Германияның балаларға ишетеү һәләтен ҡайтарыусы компанияһы етәксеһе Карин Ван Моурик менән осрашты. Былтыр сит ил белгестәре ярҙамында 8 кешегә уңышлы операция эшләнгән. Операцияның ҡыйбатлығына ҡарамаҫтан, ул 1 миллион һум самаһы тора, финанслау менән менән ҡыйынлыҡтар булмаясаҡ, тиелде осрашыуҙа.
Быйыл Башҡортостанда 60 балаға ишетеү һәләтен ҡайтарыу ҡарала. Карин Ван Моурик ике яҡлы хеҙмәттәшлектең артабан да үҫәсәгенә ышаныс белдерҙе.
Башҡортостан вәкилдәре Алманияла үткән ,,Йәшел аҙна,, форумында бер-нисә килешеү төҙөгән. Был турала Премьер министр Рафаэль Байдәүләтов хәбәр итте. Башҡортостан экспозицияһында республика агросәнәғәте мөмкинлектәре менән яҡындан танышҡандан һуң эшҡыуарҙар байтаҡ уртаҡ проекттар тәҡдим иткән.
Әлегә күргәҙмәлә умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге иң күп килешеүҙәр төҙөгән.
XS
SM
MD
LG