Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 09:11

Өфөнең бер урамына Зәйнәб Биишева исеме бирелде


Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулғанда тыуған ауылы эргәһендә Эйек яры нығытыласаҡ. Был шағирәнең васыяты булған.

Быйыл республикала Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыу киң билдәләнә. Был дата буйынса президент фарманы ла бар. Саралар теҙмәһенә килгәндә, Өфөнөң яңы һалына башлаған Көнъяҡ биҫтәһендәге урамдарҙың береһенә Зәйнәб Биишева исеме бирелде. Ҡала етәкселеге Киров һәм Цюрупа урамдары киҫешкән урында Зәйнәб Абдулла ҡыҙына һәйкәл ҡуйыуҙы ла күҙаллай. Бында әлегә тиклем Лениндың йорт музейы ине, хәер унда ла яңы йорттар һалына.
Ә бөгөн Әҙибәнең тыуған яғы – Күгәрсен районында яҙыусылар, мәғариф министрлығы ҡатнашлығында саралар башланды. Бөгөн шулай уҡ район хакимиәте булдырған Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар ҙа тапшырылды. Аҡсалата бүләккә шағир Хәсән Назар, Башҡорт дәүләт Университетының Нефтекама филиалы директоры Октябрь Вәлитов, Стәрлебаштағы 1-се урта мәктәп директоры Минехәнә Баһауетдинова һәм Мораҡ башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары Гөлфиә Искәндәрова лайыҡ булған. Шағирәнең исемен мәңгеләштереү маҡсатында уҡыу йорттарының береһенә уның исеме лә биреләсәк. Мәғариф министрлығынан әйтеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ педагогия академияһы ошо исемде алырға теләй икән. Әйткәндәй, был уҡыу йортоноң етәксеһе тыумышы менән Күгәрсендән. Бынан тыш февралдең егермеләрендә Өфөлә ҙур йыйын уҙғарыласаҡ. Унда Мәскәүҙән Яҙыусылар берлегән, Татарстандан ҡәләм оҫталары саҡырылған.
Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Рәмил Мәжитов
юбилейға әҙерлек сиктәрендә Зәйнәб Биишеваны электән борсоған мәсъәлә- Туйымбәт ауылы эргәһендә Оло Эйек йылғаһының ярҙарын нығытыу эштәрен башҡарасаҡбыҙ,- тип тә белдерҙе.
Тик бына район тәбиғәт министрлығы менән һаман да уртаҡ тел тапмаған, йәғни йылға ярын нығытыу өсөн аҡса юҡ. Ә Оло Эйек йырынын бора бара, ауыл зыяратын йыуа башлаған.

XS
SM
MD
LG