Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 23:04

Рөхсәтһеҙ мышы атҡан өсөн браконьерға иректән мәхрүм итеү янай


Тәбиғәт менән файҙаланыу, урман ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы инспекторҙары махсус рейд ваҡытында Дыуан районында мышы атыусыларҙы тотҡайны. Улар атылған мышыны урманда таптыҡ тип ышандыра. Ә инсекторҙар тап браконьерҙар хайуанды үлтергән тигән фекерҙә.
Министрлыҡтың төнъяҡ-көнсығыш төбәге буйынса комитеты рәйесе Эмиль Уйылданов әйтеүенсә, уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Сөнки Башҡортостан урмандарында мышы- ҡоралайҙар аулау республика хөкүмәте күрһәтмәһе менән тыйылды.
Ә бына Ейәнсурала бер ир кеше айыу йыҡҡан. Сазалы ауылында йәшәгән бер кеше Хайуандар донъяһы тураһында федераль ҡанунды боҙоуҙа ғәйепләнә. Уға ҡарата енәйәт эше асҡандар. Йортонда тентегәндә унан тайыш табандың тиреһе менән башын тапҡандар. Һунарсының мылтығын да тартып алғандар.

XS
SM
MD
LG