Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 07:09

Милиция таныҡлығы күрһәтеп кеше талаусы тотолған


Өфөлә бер егет ҡыҙыл танытма күрһәтеп халыҡты талау менән кәсеп иткән. Республика прокуратураһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 27 йәшлек егет үҙен енәйәттђрҙе асыҡлау бүлеге хеҙмәткәре тип танытҡан. Урамда ҡайһы берәүҙәрҙе туҡтатып ул:
Әле генә бер енәйәтсе бысаҡ менән ҡулланып енәйәт яһаған, һеҙҙең дә бысағығыҙ юҡмы?- тип тентеү өсөн яҡындағы йорт подъзены алып барған.
Бында ул «шикле кешене» тентеп кеҫәһендәге барлыҡ мөлкәтен талаған. 2007-се йылдың октябрь һәм ноябрендә генә ул ошондай 15 енәйәт ҡылған. Былары әлегә асыҡланғаны ғына тип хәбәр итә хоҡуҡ һаҡлаусылар. Был кеше ҡулға алынған. Баҡтиһәң ул быға тиклем дә талау өсөн 2 йылға хөкөм ителеп яңыраҡ ҡына иреккә сығарылған булған. Әле уның эше ҡарала. Әсәһе улы талап алғандарға 40 мең һум аҡсаны кире ҡайтарған.

XS
SM
MD
LG