Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 01:30

Өфөлә рәссам Риф Абдуллиндың күргәзмәһе асылды


Башкортостандың атказанган рәссамы, Мифтахетдин Акмулла исемендәге бүләк эйәһе Риф Абдуллин был көндәрзә үзенең 60 йәшлек юбилеен билдәләй.

Башкортстанда һуңгы ике тистә йылда яңы быуын талантлы рәссамдар үсеп сыкты. Улар үззәренең илһамлы ижад йемештәре менән Башкортостанда гына түгел, ә бөтә Русиягә һәм сит илдәргә лә билдәле була башланы. Башкорт һәм татар рәссамдары ла төрлө йүнәлештә, төрлө жанрзарза эшләп яңынан-яңы асыштар яһай, абруйлы күргәзмәләрзә һәм бәйгеләрзә йеңеү яулай.
Башкортостандың атказанган рәссамы, Мифтахетдин Акмулла исемендәге бүләк эйәһе Риф Абдуллин башкорт рәссамдары араһында айрым бер урынды биләй. Йемешле ижады өстөнә ул бернисә йыл дауамында етәкселек эшендә лә булды. Өфөләге М. Нестеров исемендәге дәүләт сәнгәт музее директоры вазифаһын да башкарзы ул.
Һынлы сәнгать һәм графика өлкәһендә ижад итеүсе талант эйәһе был көндәрзә үзенең 60 йәшлек юбилеен билдәләй. Ошо уңайзан Өфө “Сәнгәт” галереяһендә шәхси күргәзмәһен асты ул. Унда танылган рәссам үзенең утыз ел дауамында язылган картиналары араһынан теп-теүәл 100 эшен урнаштырган. Күргәзмәне асыу тантанаһынан һуң без юбилярга бернисә һорау менән мөрәжәгәт иттек. Һөйләшеү барышында был күргәзмә тураһында гына түгел, ә башкорт рәсем сәнгәтенең бөгөнгө торошона ла тукталдык.
Был юбилей күргәзмәһендә мин бар ижад юлымды, барлык эзләнеүзәремде күз алдына бастырырга тырыштым.Төрлө йылдарзагы эштәремде куйып, үземдең ижад юлымды, уйланыузарымды, фекерзәремде күрһәтәһем килде. Һуңгы йылдарза ла күп эшләнем. Айырыуса пейзаждар күп яззым,- ти Риф Абдуллин.
Шулай за ниндәй жанрзарга өстөнлөк бирәһегез, пейзаждаргамы, натюрморттарга, портреттарга?
Мин күбрәк тәбигәт күренештәрен, пейзаждар язарга яратам. Тәбигәттә күп булам. Һауала, үзебезсә әйткәндә, пленэрда төшөрөргә яратам. Улайһа хәзер күп кенә йәштәр тәбигәткә сыгып фотога төшөрә лә, шуны остаханәлә бизәкләгән була. Был иһә табигаттең бөтә төстәрен дә биреп бөтөрмәй.
-Һез хәзер мөгаллимлек эшендә. Рәсем сәнгатенә килеүсе йәштәр араһында кемдәр күбрәк - башкорт, татар йәштәреме, әллә башка милләттәрме?
-Һәммәһе лә бар, тип әйтер инем. Шуга өстәп, безгә башка төбәктәрзән дә укырга киләләр әле. Ырымбур өлкәһенән, Силәбенән, Себерзән. Улар бөтәһе лә үз үзенсәлектәрен индерә. Башкорт паласы тигән дөйөм паласка үз ептәрен үрә улар.
-Хәзер йәштәр күбрәк дизайн кеүек заманса өлкәләргә тартыла кеүек.
-Эйе, күп ундайзар за. Улар инде рәсем сәнгәтенә дизайн өлгөләрен дә индерә. Минең төркөмдә иһә барыһы ла рәсем сәнгәтенә махсуслашыусылар.
-Элекке зур рәссамдар –Лотфуллин һәм башкаларзың данын тотасак йәштәр килерме киләсәктә?
-Эйе, без Лотфуллин, Домашников, Бурзянцев кеүек рәссамдарга зур осталар итеп карайбыз. Әммә дөньялар үзгәрә. Бөтә Русиялә лә, беззең Башкортостанда ла. Шулай за йәштәр араһында ла таланттар бар. Һәм улар зур күргәзмәләрзә катнашып уңыш яулай. Шулай булгас киләсәккә өмөттәр бар.
Башкортстандың атказанган рәссамы Риф Абдуллин ошо көндәрзә ул 60 йәшлек күркәм юбилеен билдәләй. Әлбиттә инде, һәр ижадсы кеүек үк ул да үзенең түңәрәк тыуган көнөнә үзенә бүләк әзерләне – күп йыллык ижадын күз алдына бастыра торган шәхси күргәзмәһен асты. Бөгөнгө көндә Риф Абдуллин Өфө дәүләт сәнгәт академияһенең рәсем сәнгәте факультетында мөгаллим булып эшләй. Әле уның иң кызыу көндәре – талиптар имтихан тапшыра, ярты йыллык ижад эштәренә һынау тота. Риф Абдуллин үзе укыткан талиптарзың да киләсәктә танылган рәссамдар һәм рәсем укытуысылары булырына шикләнмәй.

XS
SM
MD
LG