Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 00:54

Өфөлә биш Кеше утта һәләк булды


Бөгөн төндә Өфөнөң Блюхер урамында сыҡҡан янғында биш башҡорт һәләк булды. Янғын сәбәптәрен асыҡлау менән махсус комиссия шөғөлләнә. Башҡаланың 18-се дауаханаһы артында, төҙөлөш майҙанында ут сығыуы тураһында төнгө беренсе яртыла хәбәр алына. Тимер вагонда ут һүндергән ваҡытта биш ир кешенең мәйете табыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле ваҡиға урынында оператив төркөм эшләй. Министрлыҡтың янғынға ҡаршы көрәш бүлеге етәксеһе Рәйес Әхмәтов әйтеүенсә, төҙөлөш урындарында йыш ҡына туҡланыу өсөн махсус урындар ҡаралмаған, шулай уҡ эшселәрҙең битарафлығы ла ошондай фажиғәләргә килтерә.Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, утта янып үлгән биш кешенең Күгәрсен районынан булыуы ихтимал. Һәр хәлдә янғын урынында Күгәрсен районы кешеһенең паспорты табылған. Ләкин унда паспорт хужаһының исем-шәрифтәрен уҡырлыҡ түгел. Шулай итеп, янғынға бәйле тағы ла бер енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ҡануниәтте боҙоп эш биреүселәргә лә яуап тоторға тура киләсәк.

XS
SM
MD
LG